Йәмәғәтселек урындарын төҙөкләндереүҙә теге йәки был ауыл йә ҡалала йәшәгән халыҡтың да аҡсаһын йәлеп итеүҙе дәртләндереү, нимә төҙөү йәки йүнәтеүҙе граждандар йыйылышында хәл итеү тураһында һуңғы осорҙа йыш яҙабыҙ һәм һөйләйбеҙ.Ул ни өсөн кәрәк һәм ыңғай һөҙөмтәһе бармы? Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, башланғыстар нигеҙендәге бюджетты туплау алымдарын үҫтереү буйынса эш төркөмө рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов үткәргән ултырыш ошо мәсьәләгә арналды.
Башланғыстар нигеҙендә төҙөлгән бюджет власть органдары ҡушыуы буйынса түгел, ә халыҡтан, урындағы үҙидара, төбәк ҡаҙнаһынан йыйылған аҡсанан туплана. Уның маҡсаты – тәғәйен ауыл йә ҡалала күпер төҙөү йәки йүнәтеү, зыяратты кәртәләү, урамдағы юлды тәртипкә килтереү, ҡала ихатаһын төҙөкләндереү, мәктәпте йәки балалар баҡсаһын ремонтлау кеүек коммуналь эштәрҙе финанслау һәм башҡарып сығыу. Федераль йәки төбәк ҡаҙнаһы һәр ваҡ объектҡа барып етешә алмай, сөнки ул төп көсөн ҙурыраҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, иҡтисади көрсөккә ҡаршы тороуға йүнәлтә. Әлбиттә, былар ил йәки республика кимәлендәге проекттар, ә күперҙең, ҡағиҙә булараҡ, тәғәйен ауыл өсөн генә кәрәк булыуы ихтимал. Урындағы башланғыстар шундай объектты күҙ уңында тота ла инде. Бындай төҙөлөштәр инвесторҙар һораған хаҡтан байтаҡҡа арзаныраҡ булып сыға.
– Быйыл программала ҡатнашыусыларҙың 450 меңдән ашып китеүе хәрәкәттең уңышлы барыуын раҫлай, – тине Рөстәм Хәбиб улы, эш комиссияһының әлеге ултырышында сығыш яһап. – Ә былтыр ундайҙар 200 мең ине. Халыҡ теләге менән барлыҡҡа килгән һәм уның контролендә тормошҡа ашырылған проекттар бөгөн бөтә республиканы солғап алды.
Республикала “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының эшләй башлауына ике генә йыл әле. Ултырышта билдәләүҙәренсә, халыҡ хуплаған проекттарҙың асылы әллә ни үҙгәрмәй: күпселек юл һалыуға, парктар һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә, балалар майҙансығы булдырыуға, һыу үткәргестәрҙе яңыртыуға, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлап ҡалыуға өҫтөнлөк бирә. Өфөлә, мәҫәлән, Черниковка биҫтәһендәге ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса тәҡдимдәр бик күп һәм был аңлашыла ла – ҙур саралар һәм байрамдар алдынан ғәҙәттә ҡаланың үҙәк өлөшөн матурларға тотоналар, ә төньяҡ кварталдар иғтибарҙан ситтә ҡала. Әйткәндәй, быйыл баш ҡалалағы ундай төҙәтеү-йүнәтеү эштәренә республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум бүленде. Уны ҡайҙа тотоноу мәсьәләһе лә граждандар йыйылышында хәл ителә. Объекттар билдәләнгәс, был проекттарҙың хаҡын асыҡлайҙар. Барлыҡ сумманың 15 процентын Өфө ҡаҙнаһынан һәм кәмендә биш процентын халыҡтан йыйыу ҡаралған.
Видеоконференция рәүешендә уҙғарылған ултырышта Илеш, Балаҡатай, Салауат, Өфө райондарының хакимиәт башлыҡтарына ла һүҙ бирелде. Илеш районында, мәҫәлән, быйыл ғына ла 28 миллион һумлыҡ эш башҡарылған, шуның 17 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан түләнгән, биш миллион һумын район бюджеты биргән, дүрт миллион һумын халыҡ йыйған һәм ике миллионын спонсорҙар тапшырған. Тәжрибә туплау барышында проблемалар ҙа асыҡлана бара. “Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты” дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы ҡарамағындағы Граждандар башланғысын өйрәнеү үҙәге етәксеһе Эльдар Нуретдинов раҫлауынса, йыйылыштарҙа ҡатнашыусылар һаны арта барһа ла, халыҡтан аҡсалата ярҙам кәмей, сөнки урындағы хакимиәттәр һәр кемде өгөтләп йөрөгәнсе, бер нисә спонсор менән генә эшләүҙе ҡулайыраҡ күрә.