Бүздәк район Советы ултырышында депутаттар Азат Арыҫлановты контракт буйынса дүрт йылға Бүздәк районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләргә ҡарар итте. Азат Марат улы Арыҫланов 1983 йылда Бүздәк районының Сабай ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2005 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, “Бүздәкмолагропром” йәмғиәтендә баш иҡтисадсы булып башлай. Төрлө йылдарҙа район хакимиәтендә сәнәғәт буйынса баш иҡтисадсы, Бүздәк мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры була. 2011 йылда Бүздәк районы хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш һәм финанс буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.