Етемдәргә иғтибар артасаҡ30.06.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы президиум ултырышында республика парламентының киләһе йыйылышында ҡараласаҡ эштәр барланды.
Һайлауҙар, коммерция булмаған ойошмалар, торлаҡ мөнәсә­бәт­тәрен көйләү һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы 24 закон проектына үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Яҙғы сессияның һуң­ғы ултырышы 6 июлгә тәғәйенләнде. Унда 50-нән ашыу мәсьәлә ҡараласаҡ. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең сығышы көтөлә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2016 һәм 2017 йылдың тәүге ярты йыллыҡ эшмәкәрлеге барланасаҡ. Республика бюджеты хаҡындағы закон буйынса ла үҙгәрештәр буласаҡ. Атап әйткәндә, ул ағымдағы һәм алдағы ике йылды үҙ эсенә ала. Президиум ултырышында Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комите­ты эшсе төркөмөнөң етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау хаҡындағы закон үтәлешен тикшереү һөҙөмтәләре лә барланды. Белорет, Баймаҡ, Краснокама райондарында балаларға бирелгән торлаҡтың сифаты насар булыуы асыҡланған. Республикала биш меңдән ашыу етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала торлаҡҡа сиратта тора. Комитет был йәһәттән законды камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.


Вернуться назад