Дөрөҫлөк өҫкә сығыр30.06.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Россия 24” телеканалына интервьюһында “Роснефть” компанияһының “Система” акционерҙар финанс корпорацияһына дәғүәһе буйынса Башҡортостандың Арбитраж судында үткән тикшереүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне.
– Республика закон буйынса әлегә тиклем үҙе эйә булғанды тулыһынса кире ҡайтарырға тейеш. Активты дәүләт милкенә ҡайтарыуға, һуңынан уның “Роснефть” идараһына күсеүенә бәйле ваҡиға хаҡында беләһегеҙ. Ил Президенты 25 процент плюс бер акцияны республикаға биреү тураһындағы ҡарарҙы хуплағайны, – тине төбәк етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың биз­несты коррупциянан таҙартыу буйынса башлаған эшенең дә мө­һимлеген билдәләне. Бизнес-процестар асыҡтан-асыҡ баш­ҡарылырға, ғәҙел булырға тейеш, тигән фекерҙә республика Башлығы.
– Башҡортостандың Арбитраж судында ҡаралған эш бик мөһим. Республикабыҙ ғәҙеллектең тантана итеүе яҡлы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин ТОЛКАЧЕВ:
– “Система” акционерҙар финанс корпорацияһына бел­дерел­гән дәғүәләр ҡәнәғәтләндерелгән осраҡта республика бюджеты өҫтәмә аҡса менән тулыланасаҡ. “Башнефть” эшмәкәр­ле­генә яһалған анализ күрһәтеүенсә, компанияға “Система” ида­ра ит­кән осорҙа ҡануниәтте боҙоу осраҡтары теркәлгән. Был эшмә­кәрлектең һөҙөмтәһенә кире йоғонто яһаған, ҙур мат­ди зыян килтергән. “Роснефть” компанияһының дәғүә талаптарын “Башнефть” акционерҙарының береһе булараҡ республика Хөкүмәте лә хупланы, сөнки был – уның бурысы. Мәсьәләне тулыһынса хәл итеү суд органдарының эш даирәһенә инә. Улар хәл-шарттарҙы тикшереп, баһа бирер, аныҡ зыян күләмен билдәләр.


Вернуться назад