Төп талап — асыҡлыҡ, ғәҙеллек30.06.2017
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге менән осрашты. Комиссия 27 июндә генә яңы составта эшен башлағайны. Осрашыуҙа Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов һәм комиссия секретары Марина Долматова ҡатнашты. Сарала алдағы һайлауға әҙерлек, территориаль һайлау комиссиялары эшен камиллаштырыу, сәйәси партиялар менән бәйләнеш мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов комиссия етәкселеген яңы тәғәйенләнеш менән ҡотланы, һайлау кампанияларын ойоштороу һәм үткәреү кеүек ҡатмарлы, яуаплы эштә уңыштар теләне.
– Бөгөн йәмәғәтселек һайлауға, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы эшенә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, – тине төбәк етәксеһе. – Һеҙҙең бурыс – һайлауҙы асыҡтан-асыҡ, ғәҙел үткәреү. Мөһим ғәмәлдәрҙең намыҫлы башҡарылыуына берәүҙә лә шик булмаҫҡа тейеш.
Хәйҙәр Вәлиев Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булараҡ үҙенә һәм коллегаларына ышаныс күрһәткән өсөн республика Башлығына рәхмәт әйтте.