Ял итәйекме, эшләйекме?28.06.2017
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары илебеҙҙә оҙайлы Яңы йыл каникулын бөтөрөргә тәҡдим итә. Парламенттың түбәнге палатаһына РФ Коммунистар партияһы фракцияһы 31 декабрь менән 1 ғинуарҙа ғына ял итеп, Яңы йыл каникулын байрам көндәре исемлегенән сығарыу тураһында закон проектын индерҙе.
Был башланғысты улар Рәсәй граждандарының ошондай теләк белдереүе менән аңлата. Шул уҡ ваҡытта илебеҙҙә тағы ла ике ял көнөн ғәмәлгә индерергә тәҡдим ителә. Уларҙың тәүгеһе — 18 март — Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнө, икенсеһе иһә — 7 ноябрь — Октябрь революцияһы көнө.
Superjob тикшеренеү үҙәге рәсәйҙәрҙең бындай яңылыҡҡа мөнәсәбәтен асыҡланы. Мәғлүмәттәр иһә граждандарҙың Яңы йыл каникулын бөтөрөүгә ҡырҡа ҡаршы булыуын сағылдыра. 31 декабрҙе рәсми ял көнө тип иғлан итеү тәҡдимен күптәр ыңғай ҡабул итте. 7 ноябрҙәге ялды кире ҡайтарыу идеяһын респонденттарҙың 56 проценты хупланы, 25 проценты ҡаршы сыҡты. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнөндә халыҡтың 40 проценты ял итергә, 43 проценты иһә эшләргә теләй.


Вернуться назад