Ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана28.06.2017
1917 йылда Бөрө ҡалаһында Бөтөн Рәсәй мариҙары I съезға йыйыла. Ул хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Бөрөләге филиалы бинаһында уҙған. Мари халҡының милләт булараҡ ойошоуына был сараның әһәмиәте бик ҙур. Шул ваҡыттан алып теүәл бер быуат үтте.
Ошо көндәрҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығындағы матбуғат конференцияһында һүҙ мари халҡы өсөн иҫтәлекле дата тураһында барҙы.

104 мең мари йәшәгән Башҡортостан менән Мари Иле республикаһын бик күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй.
Конференция барышында Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов I Мари халҡы съезының 100 йыллығына әҙерлек алдан башланыуы, видеоконференциялар үткәрелеүе хаҡында һөйләне, сараның мөһимлеген билдәләне.
Башҡортостан мариҙары туған телен, үҙенә генә хас мәҙәниәтте, бай йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалды. Дәүләт власы, урындағы үҙидара һәм республикалағы мари йәмәғәт­селегенең уртаҡ ярҙамы менән мариҙар туған телен өйрәнә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Мари филологияһына нигеҙ һалыусы Валериан Васильевтың, йәмәғәт эшмәкәре Николай Алексеевтың, мари әҙәбиәте классигы Яныш Ялкандың, композитор Алексей Искәндәровтың музейҙары асылған. “Эрвел Марий” төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы ҙур эш алып бара. Мари мәҙәниәте көндәренең саралары халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.


Вернуться назад