Йәштәргә юл асыҡ28.06.2017
Волга буйы федераль округының “iВолга-2017” йәштәр белем биреү форумында Башҡортостан вәкилдәренең проекттары гранттар менән билдәләнде. Һамар өлкәһендә уҙғарылған сараға округтағы 14 төбәктән һәм 20 илдән 2 меңдән ашыу ҡатнашыусы йыйылды.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Инновациялар һәм техник ижад”, “Мәҙәни БУМ”, “Кесе атайсал – ҙур мөмкинлектәр”, “МедиаВолна”, “Патриот”, “Изгелек быуыны”, “Сәйәсәт”, “Спорт һөйөүсе йәштәр – сәләмәт милләт”, “Һин – эшҡыуар”, “iВолгаGlobal” кеүек сменаларҙа әүҙем һәм көсөргәнешле эш барҙы. Күҙалланыуынса, экология темаһы форумдағы тематик йүнәлештәрҙең береһе ине. Инновация проекттары бәйгеһе айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Форумдың федераль этабынан Башҡортостандан 20 кеше үтте. Һөҙөмтәлә дүрт вәкилебеҙ грант алды.
Башҡорт дәүләт аграр университетынан Катерина Малютинаға “Вирусһыҙ картуф үҫтереү технологияһы” проекты өсөн – 100 мең, ошо уҡ уҡыу йортонан Алмас Ғатауллинға “Хитомилан. Бал ҡорттары өсөн яңы быуын адаптогены” проекты өсөн 200 мең һумлыҡ грант тапшырылды. Әйткәндәй, Алмастың был хеҙмәте форумға килгән Ингушетия Башлығы Юнус-Бек Евкуровты ҡыҙыҡһындырҙы. Ул ошо продуктты үҙе менән алып ҡайтып китте.
Өфө дәүләт авиация техник университетынан Тимур Йосоповтың “Е-Тi” электромотоциклы идеяһы – 200 мең, инновациялар күргәҙмәһендә Илдар Атйетәров 150 мең һумлыҡ грант алды. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Виктория Николаеваға ла “Байконур” космодромына сәфәр рәүешендә махсус бүләк тапшырылды.