Комиссия – яңы, рәйес – шул уҡ28.06.2017
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм республика Башлығы Рөстәм Хәмитов БР Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составын раҫлағайны. Кисә иһә ведомствоның тәүге ултырышы үтте – комиссияның рәйесе, уның урынбаҫары һәм комиссия секретары һайланды.
Комиссия ағзалары БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына бер тауыштан йәнә Хәйҙәр Вәлиевте һайланы. Әйткәндәй, уның кандидатураһын Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ла хуплағайны. Хәйҙәр Арыҫлан улы әлеге вәкәләттә биш йыл эшләйәсәк. Быйыл иһә ул муниципаль һайлауҙарҙы ойоштороуҙа ярҙам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Берҙәм һайлау көнөндә Белорет, Бөрө ҡала советтарына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, өҫтәмә һайлауҙар буйынса 168 һайлау кампанияһы үтәсәк.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары вазифаһына иһә Марат Ғадилов, ә секретарь итеп йәнә Марина Долматова һайланды. Яҡын арала Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы 2018 йылдың мартында үтәсәк Рәсәй Президенты һайлауҙарына әҙерлек башлаясаҡ.