Салауат ҡалаһынан уҙышсы Эмиль Сәйфетдинов Данияла үткән спидвей буйынса шәхси донъя чемпионатының бишенсе этабында икенсе урын яуланы. Ул финалға эләгеп кенә ҡалманы, почет пьедесталына күтәрелде. Бер этапта 13 мәрәй яулап (өсөнсө һөҙөмтә), турнир таблицаһында өс баҫҡысҡа үҫеп, хәҙер алтынсы урынды биләй. Данияның Хорсенс ҡалаһындағы ярыш спортсыбыҙ өсөн бигүк уңышлы башланманы. Беренсе урауҙа ул өсөнсө, артабан — икенсе, өсөнсө урауҙа тағы ла өсөнсө булып килде. Дүртенсе серияла Сәйфетдинов беренсе боролошта уҡ ярышташының артҡы тәгәрмәсенә бәрелеп ҡоланы. Бәхеткә күрә, төп судья уны ғәйепле тип тапманы, ярышты дауам итергә рөхсәт бирҙе. Һөҙөмтәлә Эмиль, көсөн туплап, еңеүгә өлгәште. Финалда ул поляк Мачей Яновскиҙан ҡалышты, әммә чемпионат алдынғылары Дудек менән Дойлды уҙып китте.