“Мираҫ” галереяһына рәхим итегеҙ27.06.2017
6 июндән 31 авгусҡа тиклем “Мираҫ” галереяһында ҡылҡәләм оҫталарының күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда живопись, графика, скульптура әҫәрҙәре ҡуйылды.
Күргәҙмәлә Рәсих Әхмәтвәлиев, Айрат Тереғолов, Рәйес Ғәйетов, Вәсил Ханнанов, Ринат Харисов, Сергей Игнатенко, Михаил Назаровтың һәм башҡа билдәле рәссамдарҙың ижады менән танышырға мөмкин. Сәнғәт һөйөүселәрҙе Хитоши Танака, Камен Танев, Таһир Собханҡолов, Бландин Готье кеүек скульпторҙарҙың эштәре мотлаҡ ҡыуандырыр, моғайын. Галереяла шулай уҡ йәш һәм һәләтле рәссамдар Альбина Әғзәмова менән Ғәлиә Байғужинаның әҫәрҙәрен күрергә була.
Йәйге экспозиция даими яңыртыла.


Вернуться назад