Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә27.06.2017
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары урынбаҫары Ольга Баталина партияның “Ҡала мөхите” проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостанды алдынғылар иҫәбендә тип билдәләне. Иң элек халыҡ менән эшләү сифатына, төбәк бүлексәһенең проектты тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итеүгә, контроллектә йәлеп ителеү дәрәжәһе баһаланды.
— Был проект илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә ул махсус контролгә алынған, — тине Ольга Баталина.
“Ҡала мөхите” проекты граждандарҙың башланғыстары нигеҙендә ихаталарҙы, ял итеү урындарын эҙмә-эҙлекле төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Төбәктә федераль һәм республика ҡаҙналарынан ошо эшкә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала. Быйыл яҙ муниципалитеттар халҡы тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы һайлап алғайны. Улар шулай уҡ ҡарарҙарҙың үтәлешен күҙәтә, депутаттар һәм Йәмәғәт советы ағзалары иһә эш сифатын тикшереүҙә уларға ярҙам итә.
Илебеҙҙә “Ҡала мөхите” проектын тормошҡа ашырыуға 41,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Программаның әһәмиәтен һәм күләмлелеген иҫәпкә алып, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведев 24 июлдә Краснодарҙа “Ҡала мөхите” ҙур федераль форумын үткәрергә ҡарар итте. Төбәк вәкилдәре менән берлектә ошо сарала партия проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тикшереләсәк.


Вернуться назад