Олимпия көнө үткәрелә23.06.2017
Олимпия көнө үткәрелә Иртәгә илебеҙҙә ХХVIII Бөтә Рәсәй олимпия көнө үткәрелә. Ул 2018 йылда Кореяның Пхенчхан ҡалаһында уҙғарыласаҡ XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындарына арнала.
Йыл һайын уҙғарылған спорт байрамының маҡсаты – халыҡты физик культура, спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, олимпия хәрәкәтен пропагандалау.
Сара нигеҙендә төбәк олимпия советтары ара­һында “Олимпия иле флагманы” конкурсы ойошто­рола. Уның барышында Бөтә Рәсәй олимпия кө­нөндә иң әүҙем ҡатнашҡан төбәк билдәләнәсәк. Бының өсөн “ОлимпийскаяСтрана.рф” сайтында теркәлеү шарт. Бәйгелә еңеүсегә күсмә кубок һәм аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ. Шулай уҡ теркәлгән ҡатнашыусылар араһынан 2018 йылда уҙғарыласаҡ Ҡышҡы Олимпия уйынына ике ирекмән һайлап алынасаҡ.


Вернуться назад