Ҡышын да, йәйен дә23.06.2017
Ҡышын да, йәйен дәРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә 2019 йылда 53-сө Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, уйындар Башҡор­тостандың баш ҡалаһында 2019 йылдың июнь-июль айҙарында үтәсәк. Указ менән ярыштарға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. Республика Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты менән берлектә быйыл 1 декабргә тиклем тейешле саралар планын һәм сығымдар сметаһын әҙерләргә һәм раҫларға, шулай уҡ сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды. Ҡала хакимиәтенә уйындарға әҙерләнеү буйынса эш төркөмө төҙөргә һәм раҫларға тәҡдим ителде.
Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары ун йүнәлеш буйынса ярыштарҙы үҙ эсенә аласаҡ. Уларҙың барыһы ла Өфөләге спорт объекттарында үтәсәк.
Өфө 2013 йылда VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын үткәргәйне. Унда донъяның егерме иленән йыйылма командалар ҡатнашҡайны.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Халыҡ-ара балалар уйындары тарихында ҡышҡы һәм йәйге ярыштарҙы үткәргән берҙән-бер ҡала буласаҡ.


Вернуться назад