Улар һәйкәл булып ҡайтты23.06.2017
Улар һәйкәл булып ҡайттыОшо көндәрҙә Төлкөтамаҡ ауылында Ҡайғы һәм хәтер көнөнә арналған сара үтте.
Ауыл бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, тиҫтәләгән кеше йыйылды. Сәбәбе лә мөһим – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр, һәләк булғандар, Еңеү менән ҡайтҡандар иҫтәлегенә обелиск асылды. Мемориал өсөн киткән сығымды район хакимиәте һәм ауыл халҡы бергәләп күтәрҙе. Аҡһаҡалдарҙың береһе Рәмил Ғәзизов – әлеге эште ойоштороп ебәреүсе һәм төҙө­лөштө ахырына еткергәнсе янып йөрөгән кеше. Уның әйтеүенсә, сара йәштәр, уҡыу­сылар өсөн айырыуса мөһим. Мәктәп уҡыусылары тантанаға һуғышта ҡатнашҡан ата-баба­ларының фоторәсем­дәрен тотоп килгәйне.
Сарала “Төлкөтүбә һәм Төлкөтамаҡ ауылдарының зәңгәр һыуҙары” тип аталған китаптың исем туйы ла үтте. Баҫмала 110 йыллыҡ тарихы булған ауылдар, билдәле шәхестәр тураһында һөйләнелә. Бынан тыш, китапта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында ла мәғлүмәт тупланған.


Вернуться назад