Күмәк көс тау аҡтарыр23.06.2017
Күмәк көс тау аҡтарырТуймазы районында халыҡтың һәм урындағы властың башланғысы менән яңы спорт, балалар, уйын майҙансыҡтары төҙөлә, юлдар төҙөкләндерелә.
Ошо көндәрҙә Ҡараттамаҡ ауылында балалар һәм йәштәр өсөн спорт майҙансығы асылды. Был ваҡиғаны күптәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Былтырҙан инициатива төркөмө ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамы менән Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса йәмәғәт инфраструк­тураһын үҫтереү проекттары конкурсында ҡатнашырға ғариза биргәйне. Был һынауҙы уңышлы үттеләр. Спорт майҙансығы төҙөүгә аҡсаның бер өлөшө республика һәм ауыл бюджеттарынан бүленде. Программала ҡатнашыу өсөн мотлаҡ булған сумманы ауыл халҡы йыйҙы. Эштән берәү ҙә ситтә ҡалманы, һәр кем ҡулдан килгәнсә ярҙам итте. Был йәһәттән “Ҡушбүләк”, “Панакс-Агро”, “Ландыш”, “Наследник” фермер хужалыҡтарын, район Советы депутаттары Марат Ғәйфуллин менән Фәнил Исламғоловты айырым билдәләргә кәрәк.
Быйыл районда 12 ауыл Советы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе, шуларҙың дүртәүһе хуплау тапты. Ҡарат һәм Иҫке Туймазы ауыл Советтары конкурста икенсе тапҡыр еңде. Ҡарат биләмә­һендәге Уяҙытамаҡ ауылында ошо программаға ярашлы балалар майҙансығы асылды. Тиҙҙән Горный һәм Егетәк ауылдарында ла спорт-уйын майҙансыҡтары сафҡа инәсәк. Уяҙытамаҡ мәктәбендә иҫке тәҙрәләрҙе алмаштырасаҡтар, ә Татар-Олҡан ауылында иһә Мичурин урамы төҙөкләндереләсәк.


Вернуться назад