Өфө матур, Өфө йәмле…23.06.2017
Өфөнөң Октябрь проспектында яңы ике сквер барлыҡҡа киләсәк.
Уларҙа эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар, сүп-сар һауыттары ҡуйыу ҡарала. Әле Октябрь проспектында төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ырымбур урамынан алып Галле урамына тиклем йәйәүлеләр зонаһы ойошторолдо, велосипед юлдары төҙөлдө. Быйыл иһә тротуарҙар һалыу тамамланасаҡ. Шулай уҡ Степан Халтурин урамы менән Октябрь проспекты киҫелешендә газон участкаһын төҙөкләндереү күҙаллана. Көҙгә эште тулыһынса тамамлау ҡарала.


Вернуться назад