Нисә балл йыйҙың икән?23.06.2017
Берҙәм дәүләт имтиханының яҡынса һөҙөмтәләрен Дәүләт хеҙмәттәре порталынан белергә мөмкин. Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хеҙмәттән түләүһеҙ файҙаланырға була.
Имтихан һөҙөмтәһен асыҡлау өсөн Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһына инеү һәм заявка ебәреү шарт. Шул уҡ ваҡытта исем-шәрифте, паспорт мәғлүмәттәрен, төбәкте, имтиханда теркәлеү кодын дөрөҫ яҙырға кәрәк.


Вернуться назад