Сит илгә тауар һатам тиһәң…23.06.2017
Экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн яҡшы шарттар тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй экспорт үҙәге менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Документ сеймалға ҡарамаған экспортҡа булышлыҡ итеү системаһын ойоштороуға, ошо өлкәләге эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен киңәйтеүгә һәм тәрәнәйтеүгә йүнәлтелә. Ул Рәсәй экспорт үҙәгенең төбәк подразделениеһын һәм республика экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәген төҙөүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, экспортты үҫтереү өсөн яҡшы шарттар тәьмин итеү йәһәтенән республикала башҡарма власть органдарының эш стандартын ғәмәлгә индереү ҡарала.
Килешеүҙе тормошҡа ашырыу бәләкәй һәм урта предприятиелар араһында конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булғандарҙы асыҡлау, әүҙемдәргә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.