Һалым кәметелде23.06.2017
Башҡортостанда төбәк инвестиция проекттары өсөн табышҡа һалым ставкаһы түбәнәйтелде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк инвестиция ҡануниәтен камиллаштырыу сараларына ярашлы ошо туралағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
Закон ҡайһы бер проекттар өсөн табышҡа һалым буйынса ставканы 17-нән 10 процентҡа тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тота.
Бындай ташлама яңы тауар етештереүҙе маҡсат итеп ҡуйған һәм инвестиция күләме 50 миллион һумдан башланған проекттарға бирелә. Ундайҙарға Башҡортостанда бер берәмек тарафынан тормошҡа ашырылған проекттар инә. Шул уҡ ваҡытта был берәмектең төбәктән ситтә айырымланған бүлексәләре булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, коммерцияға ҡарамаған, страховка йәки финанс ойошмаларына, махсус иҡтисади төбәк резиденттары иҫәбенә ингәндәргә бындай өҫтөнлөк бирелмәй. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙан алынған килем ойошмалағы бөтә табыштың кәмендә 90 процентын тәшкил итергә тейеш.


Вернуться назад