Беҙҙең тапшырыуҙарҙы ҡытайҙар ҡарай21.06.2017
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙары Ҡытайҙа күрһәтелә башлай.
Ошо көндәрҙә Ҡытайҙа “Башҡортостан” медиахолдингы менән Аньхой телекомпанияһы араһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был – Рәсәй – Ҡытай мөнәсәбәттәре тарихында ошондай юҫыҡтағы тәүге документ. Башҡортостандың туристик һәм иҡтисади ҡеүәте, шулай уҡ республикабыҙ халҡының көнкүреше, мәҙәниәте тураһындағы тапшырыуҙар Ҡытай тамашасыларында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бындай хеҙмәттәшлек дәүләт-ара партнерлыҡты ла нығытасаҡ.