Туғанлыҡ тойғоһон нығытып21.06.2017
Кисә Өфөлә “Башҡортостан Республикаһында этник-ара мөнәсәбәттәр һәм бөгөнгө Рәсәйҙә милли сәйәсәт” темаһына “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сара “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә уҙғарылды.
Башҡортостан – байтаҡ халыҡтар дуҫ, татыу йәшәгән күп милләтле поликонфессиональ һәм полимәҙәни республика. Халыҡтарҙың этник асылына ярашлы мәсьәләләр беҙҙә һәр ваҡыт ыңғай хәл ителә һәм бында, һис шикһеҙ, халыҡ-ара мәҙәни саралар ҙур роль уйнай. Бына, әйтәйек, “Евразия йөрәге” Өфөлә икенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм унда республикабыҙҙың йөҙҙән ашыу милләт вәкиле тамаша ҡыла, тиҫтәләгән сит ил туғандаш халыҡтарҙың сәхнә йондоҙҙары сығыш яһай. Өҫтәүенә фестиваль онлайн-трансляция менән бөтә донъяға күрһәтелә.
Сара сиктәрендә үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә лә ошондай алым менән артабан да эшләгәндә милләт-ара дуҫлыҡтың, туғанлыҡтың ныҡлығы күренер, ә фестиваль үҙе милләтебеҙҙе сәхнә сәнғәтенең донъяуи кимәлендә лайыҡлы күрһәтер, тигән һығымтаға килделәр.