Яҡташыбыҙҙың сираттағы уңышы21.06.2017
Мәскәүҙә, Рәссамдар союзының күргәҙмәләр залында республикабыҙҙың заманса һынлы сәнғәт оҫталарының береһе, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рифғәт Арыҫлановтың “Сағылыш” (“Отражение”) шәхси күргәҙмәһе асылды.
Яҡташыбыҙҙың әҫәрҙәре Мәскәүҙәге Третьяковка галереяһында, А.А. Бахрушин исемендәге дәүләт үҙәк театр сәнғәте музейында, М.И. Глинка исемендәге дәүләт музейында, Өфөләге М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, “ТӨРКСОЙ” фондында, Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Рәссамдың картиналарындағы төп тема – Боронғо Өфө, ҡала урамдары, йорттары, халҡы.