Иң яҡшы табиптар – Башҡортостанда21.06.2017
Республика табиптары Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса илебеҙҙә иң яҡшылар иҫәбенә инде. Комиссия 62 төбәктән 653 конкурс эшен тикшерҙе. 29 номинацияның һәр береһендә алдынғы өс кеше билдәләнде. Улар араһында Башҡортостандан дүрт табип бар.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының табип-офтальмологы, балалар микрохирургия бүлеге мөдире Илдар Зәйҙуллин илдең иң яҡшы офтальмологы тип танылды. Ошо номинацияла ул беренсе урынға лайыҡ булды. 1-се Республика тире-венерология диспансеры табибы, консультация-диагностика бүлеге мөдире Эльвира Гуменная “Иң яҡшы инфекционист” номинацияһында, ә “Толпар” туберкулезға ҡаршы балалар шифаханаһы фтизиатры Эльвира Ҡоҙаярова иһә “Иң яҡшы фтизиатр” номинацияһында өсөнсө урынды яуланы. Ейәнсура районының Иҫәнғол үҙәк дауаханаһының баш табибы Азат Байгилдин да медицина ойошмаһы етәкселәре араһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.