Ҡытай менән аралар яҡыная20.06.2017
Башҡортостан Хөкүмәте менән Бөтә Ҡытай йәштәр федерацияһы рәсәй-ҡытай студент бизнес-инкубаторын булдырыу тураһында килешеү төҙөнө. Ул Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә барлыҡҡа киләсәк.
Унан тыш, Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге делегация Ҡытайҙағы эш сәфәрендә Юл һәм күпер һалыу буйынса корпорация менән дә һөйләшеү алып барҙы. Был йәһәттән төбәгебеҙҙә инфраструктура проекттарын төҙөү тураһында кәңәшләште. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса Хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.


Вернуться назад