Һайлаусының күңелендә ни ята?20.06.2017
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев эш сәфәре менән Туймазы районында булды.
Туймазы ҡалаһында республика парламенты етәксеһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының беренсел бүлексәләре секретарҙары өсөн республиканың көнбайыш төбәге семинарында ҡатнашты. Белем алыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында уҙғарылған сараға 200-ҙән ашыу кеше килде.
Константин Толкачев үҙ сиратында беренсел ойошмаларҙың халыҡ менән аралашыуҙағы әһәмиәтен билдәләне. “Һәр һайлаусы менән эш итеүҙә уның өмөт-теләктәрен белеү, ваҡытында уға ярҙам итеү мөһим”, – тине ул.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәс, “Берҙәм Рәсәй” Үҙәк һайлау комиссияһы департаментының советнигы Александр Долганов Константин Толкачевҡа Дмитрий Медведевтың ҡултамғаһы менән партияның Генераль советы ағзаһы таныҡлығын тапшырҙы.