Дүртөйлөлә дәрт тә, дарман да бар20.06.2017
Дүртөйлө районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексы предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты, социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны.
Иҫке Байыш ауылында Рөстәм Зәки улы “Рәсәй” тоҡомсолоҡ заводы баҫыуҙарында мал аҙығын әҙерләү барышына күҙ һалды. Әйткәндәй, Дүртөйлө районының алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе тоҡомло һыйыр малын үрсетеүҙә, юғары сифатлы бөртөклө, ҡуҙаҡлы культуралар, күп йыллыҡ үлән орлоғо етештереүҙә һәм һатыуҙа махсуслашҡан.
Республика етәксеһе шулай уҡ район башлығы менән социаль өлкәләге хәлдәр, демографияға, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға, торлаҡ менән тәьмин итеүгә, инфраструктураны үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында һөйләште. Был йәһәттән Рөстәм Хәмитов Иҫке Байыш ауылындағы ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатын да барып күрҙе. Әлеге мәлдә унда 127 кеше йәшәй.
Мәмәҙәл ауылында Рөстәм Хәмитов тағы ла бер хужалыҡ – Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы баҫыуҙарында булды. Республика етәксеһе мал аҙығын әҙерләү барышын баһаланы, механизаторҙар менән аралашып, хеҙмәт шарттары, эш хаҡы тураһында ҡыҙыҡһынды. Был предприятие иһә ҡара-сыбар һәм “бестужев” тоҡомло һыйыр малын үрсетеү, уларҙы һатыу менән шөғөлләнә. Хужалыҡта 2 350 баш мал, шул иҫәптән алты йөҙләп һауын һыйыры бар. Һөт һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү күләме йылдан-йыл арта.
Бойҙай, орлоҡ һәм мал аҙығы менән һатыу иткән “Башагро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов төп етештереү майҙансыҡтарын ҡараны.


Вернуться назад