Өфөлә “Дәүләт идаралығы секторында бухгалтер иҫәбе” тип аталған төбәк-ара семинар-тренинг уҙҙы. Сара Федераль ҡаҙналыҡ органдары барлыҡҡа килеүҙең 25 йыллығына арналды. Семинарҙа Татарстан, Һамар, Ырымбур, Һарытау өлкәләре һәм башҡа төбәк вәкилдәре ҡатнашты. Маҡсаты Рәсәй ҡаҙналығы эшмәкәрлеген камиллаштырыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға, айырыуса йәш белгестәрҙең башланғысын ҡеүәтләүгә йүнәлтелде. Йәштәр бынан тыш спорт өлкәһендә лә, шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһендә лә көсөн һынаны.