Телдәрҙе өйрәтеү мөмкинлеге ҙур16.06.2017
Телдәрҙе өйрәтеү мөмкинлеге ҙурРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыуға ҡағылышлы кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ғилми ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, “Рособрнадзор” төбәктәге дөйөм белем биреү учреждениеларында уҙғарған тикшереүендә байтаҡ етешһеҙлек тапҡан. Был йәһәттән китапҡа, методик әсбаптарға, уҡыу процесына бәйле ҡануниәт нормаларын боҙоу осраҡтары, ҡайһы бер мәктәптәрҙә локаль акттарҙың мәғариф тураһындағы федераль һәм республика ҡануниәтенә тап килмәүе билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитов республикала дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыу өсөн барлыҡ шарттарҙың да булдырылғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Квалификациялы педагогик һәм фәнни кадрҙар бар, матди-техник хәл дә яҡшы. Мәғариф эшмәкәрлегендә, федераль һәм республика ҡануниәтен үтәү шартында, уҡыусыларҙың тыуған телде өйрәнеүгә ихтыяжын ҡәнәтләндереү өҫтөнлөк алырға тейеш. Был өлкәлә юғары кимәлдә эш алып барыу мөмкинлеге ҙур.


Вернуться назад