Өфөлә төрки телле театрҙар туғанлашыр13.06.2017
7–14 сентябрҙә Өфөлә VI “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале уҙасаҡ.
Аҙна һуҙымында биш майҙансыҡта төрлө ил һәм республикаларҙың 14 спектакле күрһәтеләсәк. Улар араһында Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Азербайжан, Татарстан, Дағстан, Алтай, Ҡабарҙа-Балҡар, Тыва, Хакас республикаларының театрҙары булыуы көтөлә.
Тамашасы ҡарамағына төрлө жанрҙар тәҡдим ителәсәк. Был йәһәттән Шекспирҙың, С. Айытматовтың, Н. Гоголдең, Ж.-Б. Мольерҙың әҫәрҙәре ҡуйылыр тип фаразлана.
Салауат башҡорт драма театрының “Ерҙәштәр” (М. Кәрим) һәм Милли йәштәр театрының “Калигула” (А. Камю) спектаклдәре фестивалдең конкурстан тыш программаһында тәҡдим ителгән.
“Туғанлыҡ” фестивале сиктәрендә шулай уҡ “Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр” фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм лекциялар уҙғарыласаҡ.


Вернуться назад