“iВолга” экологияны өйрәнә13.06.2017
Иртәгә Волга буйы федераль округының биш йыллыҡ юбилейын билдәләгән “iВолга” исемле йәштәр форумы старт ала. Сарала 2000-дән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Форумда былтырғы кеүек ун йүнәлештә тренинг сменаһы эшләйәсәк. Быйылғы үҙгәрештәргә килгәндә, проекттарҙы ҡарауға күберәк ваҡыт бирелгән, йәштәрҙең эштәрен көнө буйы тикшереү көтөлә.
Сараға тағы ла бер яңылыҡ индерелгән: Рәсәйҙә 2017 йылды Экология йылы тип иғлан итеүҙе күҙ уңында тотоп, киң яҡтыртылған темаларҙың береһе экология буласаҡ. Тимәк, илебеҙҙең тәбиғәтен һаҡлауға ҡағылған проекттарға нығыраҡ иғтибар бүленәсәк.
Йылдан-йыл үҙенең географияһын киңәйтә килгән форумға быйыл сит илдәрҙән – Франция, Швейцария, Болгария, Ҡытайҙан, Абхазия һәм Осетия республикаларынан йәштәр саҡырылған.
Беҙҙең республиканан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан 100 кеше ебәреләсәк. Быйыл да улар араһында грант алып ҡайтыусылар булыр тигән теләктәбеҙ. Сөнки былтырғы Һамар өлкәһендә уҙғарылған был форумда беҙҙең йәштәр 19 призлы урын һәм грант яуланы.
Форумда дүрт тапҡыр Рәсәйҙең иң көслө кешеһе исеменә лайыҡ булған милләттәшебеҙ Эльбрус Ниғмәтуллин “Спорт менән шөғөлләнгән йәштәр – һау милләт” сменаһында ҡатнашасаҡ.