Хеҙмәттәшлек – һөҙөмтәле эштең нигеҙе13.06.2017
Өфөлә Волга буйы федераль округындағы Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең территориаль органдары етәкселәренең эш кәңәшмәһе үтте. Приставтар эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре буйынса эш торошон баһаланы, быйылға бурыстар билдәләне, ярты йылға йомғаҡ яһаны. Форумда Рәсәйҙең юстиция министры Александр Коновалов, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәте директоры Дмитрий Аристов ҡатнашты.
Кәңәшмәлә территориаль органдарҙа башҡарма производствоны ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Эксперттар Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының республикалағы власть органдары менән үҙ-ара эш итеүен баһаланы, был йәһәттән Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов доклад менән сығыш яһаны.
Башҡортостан башҡарма власть органдары менән Федераль суд приставтары хеҙмәте элек-электән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, тип билдәләне Илнур Әнүәр улы. Республика Хөкүмәте федераль хеҙмәт идаралығының матди-техник базаһын нығытыуға тос өлөш индерә. Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары ла приставтарҙың көндәлек эшендә ярҙам күрһәтә, мәғлүмәт еткерә, бурыслылар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән акциялар ойоштора. Һөҙөмтәлә күрһәткестәр ҙә яҡшыра. Былтыр ғына Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы республика ҡаҙнаһын 1 миллиард һумдан ашыуға тулыландырған.