“Урман ҡырҡыусы” кем булыр?07.06.2017
10 июнь Белорет районында “Урман ҡырҡыусы-2017” Башҡортостан Республикаһы чемпионаты уҙа. Сараның төп маҡсаты – урман эшселәренең профессиональ кимәлен күтәреү, ошо өлкәгә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм йәштәрҙе йәлеп итеү.
Чемпионат үткәреү өсөн, халыҡ-ара ярыштарҙың талаптарына ярашлы, махсус ҡарағайҙар ултыртылған. Ҡатнашыусылар ағас ҡырҡыу, бысҡы алыштырыу кеүек ярыш төрҙәрендә үҙ көсөн һынаясаҡ. Иң таһылдарын баһалама ағзалары билдәләй. Бәйге һөҙөмтәһе буйынса йыйылма команда тупланып, ул август айында Карелия Республикаһында уҙасаҡ Рәсәй чемпионатында Башҡортостандың йөҙөн күрһәтәсәк.


Вернуться назад