Башҡортостанға алтын яуҙы07.06.2017
Сочиҙа Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Бәйгенең мөмкин булған дүрт алтын миҙалын да Башҡортостан спортсылары яуланы.
Ир-егеттәр араһынан шәхси беренселекте 2017 йылдың донъя чемпионы Айнур Шәйбәков алды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иһә Айгөл Иҙрисова алдынғылыҡты бирмәне. Әйткәндәй, ул күптән түгел уҙған “Донъя кубогы-2017” Өфө финалында беренселекте яулаған ине.
Командалар араһында ла Башҡортостан Республикаһы – беренсе урында. Айнур Шәйбәков, Марсель Шәрәфетдинов һәм Даниил Ильин һынатманы. Айгөл Иҙрисова менән Елена Мильшина алтын миҙалға лайыҡ булды. Башҡортостандың ҡалған командалары иһә бишенсе һәм алтынсы урынға эләкте. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: еңеүселәребеҙ Марселгә – 16, ә Даниилға ни бары 13 йәш.