Мең дә бер көй – Өфөлә07.06.2017
Баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр “1 000 музыкант көнө” тигән флешмоб-фестивале уҙасаҡ. Музыкаль фестивалдәрҙән Волга буйында уның иң күләмле булыуы көтөлә.
Сара ошо йылдың йәй аҙағына ҡаралған һәм “Ватан” этно-паркында уҙасаҡ. Ойоштороусылар һайлап алған төп өс композицияны дөйөм концерт барышында барыһы ла бергә башҡарырға тейеш буласаҡ.

Әлеге мәлдә байрамда ҡатнашырға теләүселәр ҡабул ителә. Бының өсөн сараның сайтында анкета тултырырға кәрәк.


Вернуться назад