Балалар баҡсаһына компенсация ҡайтырмы?07.06.2017
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе ултырышында “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы законы проекты тикшереләсәк. Уға ярашлы, балалар баҡсаһы өсөн түләүҙәргә компенсацияны ҡабаттан бүлә башларға тәҡдим ителә.
Әйткәндәй, әлегәсә 30 ғинуарҙан республика Хөкүмәте башланғысы менән тәҡдим ителгән “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” 464-з һанлы республика Законы ҡабул ителгәйне. Был йәһәттән йән башына уртаса килеме йәшәү минимумының 1,5 күләменән артмаған ғаиләләрҙең генә компенсация алыу хоҡуғы һаҡлана ине.
– Был закон проектын ҡабул иткәндән һуң, граждандарҙың мохтажлыҡтарын иҫәпкә алмай ғына барлыҡ категория граждандарына ла компенсация биреүҙе һорап, халыҡтан күп кенә мөрәжәғәттәр килде. Сөнки бәләкәй балалары булған ғаиләләр өсөн был бик ҙур ярҙам. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов компенсацияны артабан түләү мөмкинлеген ҡарауҙы йөкмәтте, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Республика Хөкүмәте тарафынан компенсация түләүҙе дауам итеү мөмкинлеген биреүсе килемдәрҙең өҫтәмә сығанаҡтары табылды.


Вернуться назад