Сыңрай-сыңрай осоп килде “Сыңрау торна”ҡай...07.06.2017
Баш ҡалабыҙҙа Рудольф Нуриев исемендәге XXI халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уҙҙы. Ул һәр йылдағыса Рәсәй һәм сит ил йондоҙҙары менән ойошторолған гала-концерт менән тамамланды.
Фестиваль сағыу исемдәре, виртуоз хореографик номерҙары менән балет һөйөүселәрҙең хәтеренә йондоҙло бер йыһан булып уйылды. Сарала Мәскәүҙең Кремль балетынан солистар Екатерина Первушина, Егор Мотузов, Рәсәйҙең Ҙур театр солисы Ангелина Карпова, Сан-Франциско балеты солистары Лорен Стронджин, Джозеф Уолш, Япониянан артист Саори Коике, Словакия милли театрынан Артемий Пыжков, Силәбенән солистар Дарья Демченко, Валерий Целишев, Краснодар балет театрының солистары Надежда Цветкова, Владимир Морозов, Франция Гранд-операһының солисы Алессио Карбоне республика халҡын сығыштары менән ҡыуандырһа, Башҡортостан балетының солистары Гөлсинә Мәүлекәсова, Сергей Бикбулатов, Олег Шәйбәков, Рөстәм Исхаҡов, Софья Гаврюшина, Руслан Абулханов, Алиса Алексеева, Таһир Таһировтар республика йөҙөн лайыҡлы күрһәтте. Шулай уҡ концертта Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореографик колледжының уҡыусылары һәм кордебалет труппаһы уңышлы сығыш яһаны.
Бындай кимәлдәге сара тураһында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла үҙенең шатлығын уртаҡлашмай ҡалманы: “Башҡортостандың баш ҡалаһында республика Башлығы һәм Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән бындай донъяуи кимәлдәге фестивалдәрҙең уҙыуы шатлыҡлы күренеш. Быйылғы сараның фестивалдең почетлы президенты Юрий Григоровичтың 90 йәшлек юбилейына арналыуы ла символик мәғәнәгә эйә”, – тине ул.
XXI фестивалдең гала-концерты бер нисә донъяуи премьераны үҙ эсенә алыуы менән үҙенсәлекле булды. Сара сиктәрендә Нина Мадан, Ирина Филиппова, Вячеслав Пегаревтарҙың Өфө тамашасылары өсөн махсус ҡуйылған заманса хореография менән биш миниатюра ҡуйылды. Улар араһынан “Күктәр”, “Ирҙәр донъяһы” тигәндәре ир-уҙамандың бейеүен мөмкин булмаҫтай бейеклектәргә күтәргән Рудольф Нуриевтың үҙе хаҡында кеүек ине.
Концертты Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, балет тәнҡитсеһе Сергей Коробков алып барҙы. Ул тамашасыларға Өфө сәхнәһендә сәнғәткә табан беренсе аҙымдарын яһаған Рудольф Нуриевтың тынғыһыҙ биографияһының иң мөһим ваҡиғаларын асты. Ә инде оркестрҙы әйҙәүселәр театрҙың баш дирижеры Артем Макаров менән Герман Ким булды.
Балет байрамы баш ҡалабыҙҙа ете көн буйы барҙы. Был ваҡыт эсендә Өфө халҡы “Сыңрау торна” милли балетының яңы версияһын, шулай уҡ бүтән театрҙарҙан саҡырылған солистар менән башҡорт театрының өс классик спектакле – “Аҡҡош күле”, “Баядерка”, “Корсар”ҙы ҡуйһа, Екатеринбург балеты быйылғы йылдың иң яҡшы балеты тип табылған “Ромео һәм Джульетта”һын, Силәбе балеты “Эсмеральда”ны тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Донъяуи премьераларҙы үҙ эсенә алған был байрамда Башҡортостан Республикаһының Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Уның әйтеүенсә: “Бөтә донъяла бүтән бер ҡайҙа ла “Сыңрау торна” балетын күрмәҫһең, миңә бик оҡшаны. Фестивалдең асылыу тантанаһында ҡуйылған милли классикабыҙ, “Сыңрау торна” балеты, Республика көнөндә ҡуйылған бөтә концерттарға ла елле конкуренция булдырырлыҡ балет...”
Тимәк, республика Башлығының грантына яңы сценография менән сыҡҡан “Сыңрау торна”ның йондоҙло сәғәттәре алда әле!
Башҡорт балет тарихында сағыу эҙҙәр ҡалдырған донъя буйынса күренекле бейеүсебеҙ Рудольф Нуриевтың барельефына сәскә һалыу менән башланған фестиваль, меңәрләгән балет һөйөүселәрҙең бөйөк бейеүсегә булған ихтирамы, һоҡланыуы һәм ихлас һөйөүе менән тамамланды.