7 – 9 июлдә Иглин районында “Урал мираҫы” милләт-ара йәштәр мәғариф этнофорумы уҙасаҡ. Сараға милли потенциалды һаҡлау һәм үҫтереү яҡлы өс йөҙләп ҡатнашыусы йыйыласаҡ.
Этнофорум сиктәрендә Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм тарихы менән танышырға мөмкин буласаҡ. Ҡатнашыусылар федераль һәм төбәк власть органдары, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар менән осрашасаҡ. Мәғариф программаһы сиктәрендә бәхәс майҙансыҡтары, “түңәрәк өҫтәл”дәр, форсайт-сессиялар, асыҡ дәрестәр, бизнес-тренингтар уҙғарыу ҡаралған.