100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы06.06.2017
100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы Башҡортостаныбыҙҙың үткәне олпат, дәһшәтле, шаңлы һәм шауҡымлы булған кеүек, бөгөнгөһөнөң дә йөҙөн лайыҡлы билдәләр ваҡиғаларыбыҙ, милләттәштәребеҙ етерлек.
Был турала иртәгә киске сәғәт 7-лә Салауат Юлаев һәй­кәле янында ойош­тороласаҡ флешмоб асыҡ һөйләй. Ул хал­ҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы – ҡу­рай менән уҙға­ры­ласаҡ. Сара Баш­ҡортостандың 100 йыллығына арналып, 100 ҡурай­сыны бергә туплауы һәм уларҙың халыҡ көйө “Урал”ды баш­ҡа­рыуы менән үҙен­сәлекле. Шуға ла флешмоб “100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы” тип атала. Ә инде унда ҡатнашыу өсөн һәүәҫкәр һәм профессиональ ҡурайсылар саҡырыла. Йәш буйынса сикләү юҡ.
Ғөмүмән, флешмоб – ул үҙенең заманса шауҡымы менән донъя буйынса миллиондарса кешене туплаған хәрәкәттәрҙең береһе. Ә инде уның асылының халҡыбыҙҙы берләштереүҙән, йәш быуында Тыуған илгә һөйөү, ихтирам, иман тәрбиәләүҙән ғибәрәт булыуы үтә лә мәртәбәле.


Вернуться назад