Мари Илендә тәжрибә уртаҡлашыу06.06.2017
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциа­ция­һы ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмә Марий Эл Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһында уҙҙы.
Сара алдынан Константин Толкачев башҡа делегаттар менән мариҙарҙың баш ҡалаһының мәҙәни һәм спорт объекттарында булды.
Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассо­циацияһы ултырышында иһә ҡатнашыусылар округ төбәктәренең мәҙәниәт, спорт, туризм өлкәһендәге үҫеш потенциалын, йәшелләндерелгән биләмәләрҙә транспорт йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡты хоҡуҡи көйләү проб­лемаларын тикшерҙе.


Вернуться назад