Бөтә донъя беҙгә ағыласаҡ06.06.2017
Бөтә донъя беҙгә ағыласаҡ Владимир Путин “VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документта Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының ҡарарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы 2020 йылда VI Бөтә донъя фольклориа­даһын үткәреү хоҡуғына эйә булыуы билдәләнә. Ә Президент ҡул ҡуйған указға ярашлы, ул Өфөлә буласаҡ.
Халыҡ-ара сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуына бәйле, Рәсәй Хөкүмәтенә фольк­лориа­даға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырырға йөкмәтелде. Ул үҙ сиратында төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.
– Фольклориаданың Башҡортостанда – Европа һәм Азия тоташҡан урында үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара ҡушы­лыуы Көнсығыш һәм Көнбайышты ғына түгел, ә бөтә донъя халыҡтарын бер­ләштерә ала. Бер-береһенең ҡаҙаныштары менән танышып, милли йолаларының күркәм һәм үҙенсәлекле булыуын асыҡлап, кешеләр мәҙәни тормошон байыта һәм ҡитғаларҙы яҡынайта, – тип бил­дәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – VI Бөтә донъя фольклориадаһын Өфөлә уҙғарыу тураһында ҡарар итеү – Башҡорт­ос­тандың милләт-ара берҙәмлек, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ үҫешенә, шуның менән Рәсәй берҙәмлеген нығытыуға ла индергән өлөшөн баһалау ул. ШОС һәм БРИКС саммиттары кеүек халыҡ-ара кимәл­дәге ҙур сараларҙы уҙғарыу тәжрибәһенә эйә булған Башҡортостан ошо яуаплы бурысты, һис шикһеҙ, үтәй аласаҡ.


Вернуться назад