“Еңеү ағасы”ның емештәре әле ҡалҡасаҡ02.06.2017
“Еңеү ағасы”ның емештәре әле ҡалҡасаҡЭкология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы сиктәрендә Башҡортостанда “Бөтә Рәсәй урман ултыртыу көнө” һәм “Еңеү ағасы” саралары уҙғарылды. Унда Хөкүмәт, урындағы хакимиәт вәкилдәре, төрлө ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре, урман хужалыҡтарының эшселәре, студенттар, уҡыусылар һәм тәбиғәткә битараф булмаған башҡа кешеләр ҡатнашты. Был йәһәттән республиканың һәр районында ла ағастар ултыртылды.
Шулай итеп, мәҫәлән, Туймазы районының Нөгөш һыу һаҡлағысы биләмәһендә ун меңдән ашыу үҫенте ултыртылған, ә Әбйәлил районында биш гектар ергә – 20 мең үҫенте. Ауырғазы районында ла өс гектар тирәһе ерҙә яңы ағастар ҡалҡасаҡ хәҙер.
Урман ултыртыуҙа Башҡортостан буйынса йәмғеһе биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. 100 гектар тирәһе ергә 400 мең самаһы ҡарағай, ҡайын, саған һәм башҡа ағастарҙың үҫентеләре ултыртылған.
Урман хужалығы министрлығы бының менән генә туҡтап ҡалмай, көҙгөлөгөн йәнә “Йәшә, урман!”, “Үҙ ағасыңды ултырт” кеүек саралар уҙғарырға ниәтләй. Унда теләгән кеше ҡатнаша ала.


Вернуться назад