Ярҙам артыҡ булмай02.06.2017
Башҡортостанда ғаиләләрҙең йәнә бер категорияһына тәүге бала өсөн социаль ярҙам күрһәтелә башлаясаҡ. Был йәһәттән Хөкүмәт студент ғаиләләргә булышлыҡ итергә самалай.
Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттарға һәм аспиранттарға тәүге бала өсөн йөҙ мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Шулай уҡ уларҙың балалар пособиеһын да ун ике тапҡырға арттырыу ҡарала – 250 һумдан өс мең һумғаса. Әйткәндәй, күп балалы ата-әсәләрҙең йәш ярымдан алып өс йәшкәсә сабыйҙарына ла субсидия күләме алты мең һумға етәсәк. Был ғаиләләргә йәнә транспорт һалымы буйынса ла льгота планлаштырыла.