Һай, балалар, өҙә баҫалар!31.05.2017
Һай, балалар,  өҙә баҫалар!“Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсының һайлап алыу туры яҡынлаша. Ул 14 июн­дә Баймаҡта, ә 16-һында Өфөлә уҙасаҡ. Телевизион бәйгелә ҡатнашырға теләгәндәр ошо һайлап алыу турҙарын үтергә тейеш. Бының өсөн алдан (347) 273-66-19 телефоны аша яҙылырға кәрәк.
Һайлап алыу турында йыл һайын өс йәштән ун биш йәшкә тиклемге меңдән ашыу бейеүсе ҡатнаша. Еңеүселәрҙе иһә “Соло”, “Дуэт”, “Трио”, “Ансамбль” номинацияларында һайлайҙар.
Быйылғы бәйгенең гала-концерты 8 июлдә Күгәрсен районындағы “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында уҙасаҡ. Унда ҡатнашыусылар менән бер сәхнәлә Төньяҡ Осетия-Алания, Абхазия, Саха (Яҡут), Татарстан республикаларының бейеү коллективтары сығыш яһаясаҡ.


Вернуться назад