Мәскәүҙән килә ғәрәсәт31.05.2017
Мәскәүҙә ҡупҡан ғәрәсәттән һуң Өфө ҡалаһы хакимиәте хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү яғын хәстәрләргә ҡарар итте. Әйткәндәй, ундағы ҡойон һөҙөмтәһендә 16 кеше һәләк булған, ә йөҙҙән ашыуы дауаханаға оҙатылған. Унан тыш тағы байтаҡ ағас ауған, биналар, йорттар зыян күргән.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, ҡартайған ағастарҙы ҡырҡыу һәм реклама конструкцияларының ныҡлығын тикшереү эштәре күҙаллана. Көслө дауыл ваҡытында нәҡ ошолар хәүеф менән янай.
Белгестәр фаразлауынса, циклон Мәскәүҙән Башҡортостанға табан килә. Һаҡ булығыҙ!