Дивидендтарҙы түләү кисектерелә31.05.2017
Башҡортостан Республикаһы “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы Директорҙар советының ябай акциялар буйынса дивидендтарҙы түләүҙе 2017 йылдың дүртенсе кварталына күсерергә тигән тәҡдимен ҡеүәтләне. Дивидендтар туғыҙ айҙың һөҙөмтәләре буйынса түләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта уҙған йылдарҙа бүленмәй ҡалған килем дә иҫәпкә инәсәк.
Компанияның акционеры булараҡ, Директорҙар советында республиканың үҙ вәкилдәре бар. Шунлыҡтан ул киләһе ике кварталға билдәләнгән сығымдар тураһында хәбәрҙар.
Етештереү объекттарының һәм хеҙмәткәрҙәрҙең именлеге акционерҙар өсөн иң мөһиме. Уҙған йылдың декабрь аҙағында “Ростехнадзор” 1 800 етешһеҙлектән теҙмә төҙөгән. Шуларҙы хәл итеү ҙә компаниянан байтаҡ инвестиция талап итә. Әлегә тәү сираттағы саралар күрелгән. Был йәһәттән “Башнефть” компанияһы артабанғы дивидендтарҙы түләүҙе оҙайлы ваҡытҡа планлаштырыу мөмкинлегенә эйә булыр өсөн йыл аҙағына тиклем хеҙмәткәрҙәрҙең һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ниәтләй.