Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Республикаһының IV Граждандар форумы барышында Федераль Йыйылыштың Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса Дәүләт Думаһы комитетының “түңәрәк өҫтәл” ултырышы булды. Ул Рәсәй субъекттарының дәүләт власы органдары һәм граждандар йәмғиәте институттарының үҙ-ара эшмәкәрлек итеү мәсьәләләренә арналды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү һәм үҫтереү өлкәһендә уртаҡлашырҙай, күрһәтерҙәй тәжрибәһе етерлек, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, үҙ проекттарын тәҡдим итеп, республикала һәм Рәсәй майҙансыҡтарында киң танылыу яулай, федераль конкурстарға ғариза бирә, гранттар ота.
“Түңәрәк өҫтәл”де Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Сергей Гаврилов алып барҙы.
— Нәҡ бында, Башҡортостанда, йәмғиәттең әүҙемлеген берләштерергә һәм уны социаль ярҙамға, инвалидтарға, етемдәргә, йәш быуынға тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеү кеүек киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биргән ошо үҙенсәлекле формуланы таптыҡ, тип уйлайбыҙ, – тине Сергей Гаврилов. – Шуныһы мөһим: 100-ҙән ашыу милләт йәшәгән республикала гармониялы мөнәсәбәт хөкөм һөрә.