“Башҡортостан Республикаһы” гәзите редакцияһында ҡымыҙ миҙгеле башлана.Киләһе кесе йомала журналистар ҡымыҙҙы “түңәрәк өҫтәл” артында тәмләп ҡарамаҡсы. Эсемлектең сифатын тикшерергә шулай уҡ йылҡысылыҡ буйынса белгестәр Рөстәм Сәйетов менән Рушан Нәбиуллин, ғилми хеҙмәткәр Ираида Әхәтова, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев тә киләсәк.
“Түңәрәк өҫтәл”де көндөҙгө сәғәт 12-се яртыла www.resbash.ru сайтында онлайн режимда ҡарарға мөмкин.