Халыҡтар ассамблеяһы мөрәжәғәт итә30.05.2017
Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының VII съезы һәм Евразия халыҡтары ассамблеяһының I съезы үтте.
Съезд барышында “Евразияның яңы быуыны” халыҡ-ара йәштәр форумы, “Күп милләтле Рәсәй”, “Евразия — тыныслыҡ һәм татыулыҡ ҡитғаһы” күргәҙмәләре, “Балалар. Сәскәләр. Тормош” фотопроекты ойошторолған, “Евразия — кино территорияһы” халыҡ-ара кинофестивале фильмдары күрһәтелгән, Евразия интеграцияһы көнөнә бағышланған флешмоб булған.
Диалог майҙансыҡтары эшенең йомғаҡтары буйынса Евразия киңлегендә интеграция процестарын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләгән резолюция, шулай уҡ төбәктә һәм донъяла тыныслыҡты, тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау маҡсатында дәүләттәрҙең халҡына һәм башлыҡтарына, халыҡ-ара, хөкүмәт-ара һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларға Мөрәжәғәт ҡабул ителде. Мөрәжәғәткә Евразия халыҡтары ассамблеяһының 1-се съезында ҡатнашыусылар, 60 илдең хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалары вәкилдәре ҡул ҡуйған.


Вернуться назад