Ҡырым менән Башҡортостан сәхнәлә күрешәсәк30.05.2017
Башҡортостан башланғысы менән Ҡырымда ике республиканың артистары ҡатнашлығында “Рәсәйгә ант биреп” фестивале уҙғарыласаҡ. Сараны 8 июлдә Белогорск ҡалаһында ойошторорға самалайҙар.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова фес­тивалде масштаблы буласаҡ тип билдәләй. Ул Башҡортостан һәм Ҡырым ғалимдарының ғилми-ғәмәли конференцияһы менән асыласаҡ. Сара хәрби тарихҡа, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 460 йыллығына һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушыла башлауының 245 йыллығына арнала. Көндөң икенсе яртыһында Ҡырымдың ижади көстәре һәм Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты, ә һуңынан “Өфөнән һөйөү менән” тигән яңы башҡорт фильмын күрһәтеү ҡаралған.
Әйткәндәй, Башҡортостан менән Ҡырым араһында төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә өс йыл элек ҡул ҡуйылғайны. Ошо йылдар эсендә төбәккә даими ярҙам күрһәтелде, байтаҡ мәҙәни саралар үткәрелде. Ҡырымдағы хәрби һәйкәлдәр Башҡортостанда йыйылған аҡсаға тергеҙелде. Министр һүҙҙәренсә, быйыл Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театры ла Ҡырымға гастролгә барырға йыйына.


Вернуться назад